• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

«Ҡәрҙәштәр» башҡорт эстрада төркөмө Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы Яңы Субыл ауылында һәм Арғаяш мәҙәниәт йортонда сығыш яһаны

Кисә, 24 августа, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Раян Алтыншин етәкселегендәге «Ҡәрҙәштәр» башҡорт эстрада төркөмө күңелле, йыр-моңға бай концерт программаһы менән Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы Яңы Субыл ауылында һәм Арғаяш мәҙәниәт йортонда сығыш яһаны. Концерттар бик күңелле үтте, тамашасылар артистарҙы дәррәү алҡыштарға күмде. Концерттарҙы ойошторорға ярҙам иткән Арғаяш мәҙәниәт йорто етәксеһе Милә Солтановаға һәм артистарыбыҙҙы ихлас ҡабул иткән тамашасыларыбыҙға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!

#нефтекамадәүләтфилармонияһы