• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

Раян Алтыншиндың 45 йәшлек ғүмер байрамы.

Раян Алтыншиндың 45 йәшлек ғүмер байрамы.

Раян Алтыншиндың 45 йәшлек ғүмер байрамы.

2021 йылдың 25 февралендә Нефтекама дәүләт филармонияһының ҙур залында Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, талантлы йырсы, «Ҡәрҙәштәр» башҡорт эстрада төркөмө етәксеһе – Раян Алтыншиндың 45 йәшлек ғүмер байрамына арналған «Китмә, китмә минең йәшлегем…» тип аталған күркәм сара үтте.
БР-ҙың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Рәйес улы Алтынбаев, Нефтекама ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Эльдар Сергей улы Вәлидов, Нефтекама дәүләт филармонияһы директоры Ринат Рәшит улы Ғайсин, Нефтекама ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитет рәйесе Азат Нәзир улы Үтәкәев, “Урал” башҡорт үҙәгенең Нефтекама филиалы етәксеһе Зилә Рамаҙан ҡыҙы Аҙнабаева сәхнә түренән байрам хужаһына үҙҙәренең ҡотлау һүҙҙәрен, бүләктәрен тапшырҙылар.
Концерт барышында Раян Мырҙабай улын коллегалары “Ҡайтауаз” татар эстрада төркөмө етәксеһе, БР-ҙың атҡаҙанған артисы Рифҡәт Ғәбделйәнов, «У Сем» мари-эстрадаһы төркөмө солисы, “Урмай моңо” халыҡ-ара йыр бәйгеһе лауреаты — Илнур Мөфтәхов, «Сыңғыҙ һәм Тамерлан» эстрада-цирк төркөмө солисы, “Романсиада” төбәк-ара йыр бәйгеһендә гран-при яулаусы — Тамерлан Хәлитов, талантлы артист, балалар музыкаль лекторий солисы, “Киев һандуғасы” халыҡ-ара йыр бәйгеһе лауреаты Иршат Ҡарасурин йыр күстәнәстәрен бүләк иттеләр.
Шулай уҡ, Раян Алтыншиндың БР-ҙың халыҡ артисы Айбулат Рәхмәтуллин менән берлектә башҡарған башҡорт халыҡ йыры “Тәфтиләү” байрамға айырыуса йәм өҫтәне.
Раян Мырҙабай улы етәкләгән «Ҡәрҙәштәр» башҡорт эстрада төркөмөнөң талантлы, йәш артистары Алина Вәхитова, Разалия Салауатова, Азат Ҡарасурин, Сүрия Ғималова халыҡ һәм эстрада йырҙарын оҫта башҡарыуҙары менән килгән тамашасыны таң ҡалдырҙылар. Шулай уҡ, маһир ҡурайсы Азат Юлдыбаев һәм оҫта баянсы Айҙар Әхмәтйәновтың сығыштары концертҡа тағы ла сағыуыраҡ биҙәктәр өҫтәне. Һәр ваҡыттағыса филармониябыҙҙың ғорурлығы «Түңгәүер» бейеү ансамбле артистары үҙҙәренең дәртле, һоҡланғыс бейеүҙәре менән тамашасыны әсир итте.
Байрам барышында Раян Алтыншин әсәйенә, тыуған яғына, йәшлегенә, яҡындарына арнап башҡарған моңло йырҙар, айырыуса аһәңле яңғыраны. Шулай уҡ, юбилярға тормош иптәше һәм уның балалары ла күркәм концерт номерҙарын бүләк иттеләр. Йыр-моңға бай байрам сараһынан барлыҡ тамашасылар ҙа ҡәнәғәт ҡалып, асыҡ күңел, яҡты йөҙ һәм күтәренке кәйеф менән таралышты.
Концертты ҡуйыусы режиссеры һәм сценарий авторы: Рита Ҡарасурина.
Алып барыусылар: Рита Ҡарасурина һәм Илгиз Миңлеәхмәтов.
Концертҡа инеү, ҡәтғи рәүештә, индивидуаль һаҡланыу битлектәре (маскалар) менән булды. Бөтә талаптар ҙа тейешенсә үтәлде.
Һау — сәләмәт булығыҙ, бер берегеҙҙе һаҡлағыҙ! Барығыҙҙы ла киләһе сараларҙа көтөп ҡалабыҙ!

#нефтекамскаягосударственнаяфилармония
#спраздником