«Рухлы ғаилә — милләт хазинаһы»
1 февралдә Нефтекама дәүләт филармонияһы сәхнәһендә «Рухлы ғаилә – милләт хазинаһы» исемле театралаштырылған концерт программаһының премьераһы үтте. Бейеү, йыр, нәфис һүҙ аша Нефтекама ҡалаһының йәш тамашасылары рус, башҡорт, татар, мари халыҡтарының быуындан быуынға күсеп килгән йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, йыр-моңдары менән таныша алдылар. Бындай пландағы музыкаль программалар мәҙәни мираҫты һаҡлауҙа мөһим роль уйнай һәм тамашасыларға Башҡортостан Республикаһының мәҙәни традициялары байлығына сумырға мөмкинлек бирә.
Башҡортса
Русский