• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

«Рухлы ғаилә — милләт хазинаһы»

«Рухлы ғаилә — милләт хазинаһы»

«Рухлы ғаилә — милләт хазинаһы»

Бөгөн Ағиҙел ҡалаһы уҡыусылары өсөн «Рухлы ғаилә — милләт хазинаһы» исемле театрлаштырылған концерт программаһы күрһәтелде. Ғаилә йылына арналған был концерт программаһы һәр ғаиләнең бәхетле һәм уңышлы тормош нигеҙе булараҡ мөһимлеген аса. Һәр халыҡтың быуындан-быуынға тапшырыла килгән йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, йырҙары бар һәм тап улар изгелек, намыҫ, толерантлыҡ һәм башҡа халыҡтарҙың йолаларына, мәҙәниәтенә ихтирамлы мөнәсәбәт кеүек төп әхлаҡи ҡиммәттәрҙе булдыра. Рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе формалаштырыуҙа сәнғәттең роле мөһим. Бөгөн дә Нефтекама филармонияһы артистары бейеү, йыр һәм нәфис һүҙ ярҙамында республиканың төньяҡ-көнбайыш төбәгендәге төп халыҡтарҙың мәҙәниәтенә һәм йолаларына ҡарата тотороҡло, ҡыҙыҡлы, ихтирамлы мөнәсәбәт булдырыуға булышлыҡ итте.

#нефтекамскаягосударственнаяфилармония

#нефтекамадәүләтфилармонияһы