• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

«Рухлы ғаилә – милләт хазинаһы»

«Рухлы ғаилә – милләт хазинаһы»

«Рухлы ғаилә – милләт хазинаһы»

1 февралдә Нефтекама дәүләт филармонияһы йәш тамашасылар хөкөменә «Рухлы ғаилә – милләт хазинаһы» тип исемләнгән театрлаштырылған концерт программаһын тәҡдим итәсәк.

Ғаилә йылына арналған мауыҡтырғыс программа тамашасыларҙы Рәсәй халыҡтарының  быуындан быуынға күсеп килгән йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, йыр-моңдары менән таныштырасаҡ.

Музыкаль композициялар һәм бейеүҙәр аша филармония артистары тамашасыларға халыҡ күңел асыуҙары, байрамдар, туй тантаналары, ғаилә йолалары кеүек күренештәрен тәҡдим итәсәк.

Концерт программаһының төп бурысы — республикабыҙың рус, башҡорт, татар, мари халыҡтары мираҫының сағыу өлгөләрен тамашасы күңеленә еткереү.

Билеттарҙы «Пушкин картаһы” менән һатып алырға мөмкин.