• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

«Сәнғәт төнө-2019»

«Сәнғәт төнө-2019»

«Сәнғәт төнө-2019»

3 ноябрь Нефтекама дәүләт филармонияһы сәхнәһендә«Сәнғәт төнө» Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған тамаша үтте. Филармония артистары кескәй тамашасыларға һәм уларҙың ата-әсәләренә мауыҡтырғыс концерт программаһы тәҡдим итте. Күңелле сарала филармонияның танылған артистары Илгиз Миңлеәхмәтов, Лиана Ғәлина, Иршат Ҡарасурин, Илнур Мөфтәхов, Иҙел Исҡужин, Нәфис Ниғамаев һәм «Түңгәүер» бейеү ансамбленең балалар студияһы ҡатнашты. Концерт балалар менән йәнле аралашыу формаһында үтте, уларға үҙҙәрен сәхнәлә артист сифатында тойорға ла тура килде. Тамашасы концерттан бик ҡәнәғәт ҡалды.