Ҡыйғы районының йыр-моң һөйөүсе тамашасылары өсөн сағыу концерт программаһы менән Башҡортостандың халыҡ артисы Раян Алтыншин етәкселегендәге «Ҡәрҙәштәр» башҡорт эстрада төркөмө сығыш яһаны
Ҡыйғы районының йыр-моң һөйөүсе тамашасылары өсөн сағыу концерт программаһы менән Башҡортостандың халыҡ артисы Раян Алтыншин етәкселегендәге «Ҡәрҙәштәр» башҡорт эстрада төркөмө сығыш яһаны. Тамашалар Ҡыйғы районының Абзай, Түбән Ҡыйғы һәм Иҫке Хәлил ауылдарында үтте. Ижади төркөм башҡарыуындағы милли рухлы йырҙар, дәртле бейеүҙәр һәм сихри ҡурай моңдары тамашасыларҙың күңелен әсир итте. Сағыу концерт программаһы йыр-моң һөйөүселәргә ысын мәғәнәһендә онотолмаҫлыҡ ял минуттары бүләк итте.
#нефтекамскаягосударственнаяфилармония
Башҡортса
Русский
