• + 7 (34783) 4-38-07
  • Нефтекамск, Ленин урамы, 9

Views Navigation

Event Views Navigation

Сегодня

“Леопольдтың тыуған көнө” әкиәте.

“ЛЕОПОЛЬДТЫҢ ТЫУҒАН КӨНӨ”.
Ике шаян, Аҡ һәм Һоро сысҡандар, Леопольд исемле бесәйҙе үсекләп, ҡоторорға яраталар икән. Шулай итеп, бер көндө, улар бесәйҙең тыуған көнөн боҙорға теләп, төрлө хәйләкәр эштәр уйлап сығара. Әммә үҙҙәренең тоғро дуҫтары – доктор – Эт һәм бәләкәй тамашасылар ярҙамында тыуған көнөн матур, онотмаҫлыҡ байрамға әйләндерә.

“Шайморатов-генерал” драма-реквиемы.

“Шайморатов-генерал” драма-реквиемы (Ф.Бүләков, реж. И.Муллабаев) данлыҡлы М.М.Шайморатов етәкләгән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы хәтеренә бағышлана.

Реквием – ҡайғы, хәсрәт теле, ул – талантлы кешенең трагедияһы хаҡында. Командованиеның хаталы иҫәбе арҡаһында, авиация һәм артиллерия ярҙамынан мәхрүм ителеп, Шайморатов етәкселек иткән дивизия “Ясная поляна” ауылында тороп ҡала. Генерал дошмандың автоматлаштырылған 2 полкын һәм 80 танкын нисек булһа ла туҡтатырға, үткәрмәҫкә тигән бойороҡ ала. Уның дивизияһында тик аттар һәм шашка менән ҡоралланған егеттәр. Бик ҙур тәжрибәле, быға тиклем алыш тактикаһы буйынса бер ваҡытта ла яңылышмаған етәксе алдына мөмкин булмаған маҡсат ҡуйыла. Һәм ул буласаҡ яҙмыштарын күрә тороп, ҡанлы алышҡа иң яҡшы яугирҙәрен ебәрергә мәжбүр була. Ауыр мәлдәрҙә лә сигенмәй, танктарға ҡаршы ҡаһармандарса алышыусы дивизияның, уның командирының уй-кисерештәрен, батырлыҡтарын халыҡҡа түкмәй-сәсмәй еткереү – спектакль авторҙарының төп маҡсаты.

Актерҙар, декорация, костюмдар, музыка, хәрәкәт, хатта залдағы һәм сәхнәләге ут яҡтылығы бер-береһен тулыландырып спектаклдең уңышына булышлыҡ итә. Уникаль тамашанан ситтә ҡалмағыҙ!

3 февраль Нефтекама дәүләт филармонияһының Ҙур концерт залында Башҡортостандың халыҡ артисы Раян Алтыншин етәкселегендәге «Ҡәрҙәштәр» башҡорт эстрада төркөмө өр-яңы концерт программаһы менән сығыш яһаясаҡ

Нефтекама дәүләт филармонияһы Ленин урамы, 9, г. Нефтекамск

3 февраль 16 сәғәттә Нефтекама дәүләт филармонияһының Ҙур концерт залында Башҡортостандың халыҡ артисы Раян Алтыншин етәкселегендәге «Ҡәрҙәштәр» башҡорт эстрада төркөмө «Алтындарҙан аҫыл моңдарым» тип аталған өр-яңы концерт программаһы менән сығыш яһаясаҡ.
Күңелле, йыр-моңға бай программала Раян Алтыншин һәм уның ижадташ дуҫтарының башҡарыуында һеҙ яратҡан йырҙар яңғыраясаҡ, шулай уҡ сағыу тамашала данлыҡлы «Түңгәүер» бейеү ансамбленең һәләтле бейеүселәре һәм талантлы музыканттарыбыҙ ҡатнаша.
Йәшлек дәрте, заман һулышы менән һуғарылған тамашаға рәхим итегеҙ, ҡәҙерле дуҫтар!

Нефтекама дәүләт филармонияһы Ленин урамы, 9, г. Нефтекамск

Хөрмәтле тамашасылар! 17 март 19 сәғәттә Нефтекама дәүләт филармонияһының ҡабатланмаҫ моңло йырсыһы, халыҡ-ара һәм республика йыр конкурстары лауреаты Иршат Ҡарасурин «Йырҙарымда йәшәү матурлығы» тип аталған өр-яңы концерт программаһын тәҡдим итә! Күңелле, йыр-моңға бай тамашала И.Ҡарасурин һәм башҡа йырсылар башҡарыуында һеҙ […]

Нефтекама дәүләт филармонияһы Ленин урамы, 9, г. Нефтекамск

Хөрмәтле йыр-моң һөйөүсе дуҫтарыбыҙ!
7 апрель 19 сәғәттә Нефтекама дәүләт филармонияһының сағыу йондоҙо, халыҡ-ара һәм республика йыр конкурстары лауреаты Сулпан Ғәфүрйәнова «Тормош матурлығы» тип аталған концертына саҡыра! Ҡабатланмаҫ моңло йырсының профессиональ сәхнәлә ижад итеүенә 20 йыл тулыу айҡанлы ойошторолған күңелле, йыр-моңға бай программала Сулпан Ғәфүрйәнова һәм уның ижадташ дуҫтарының башҡарыуында һеҙ яратҡан йырҙар яңғыраясаҡ, шулай уҡ сағыу тамашала данлыҡлы «Түңгәүер» бейеү ансамбленең һәләтле бейеүселәре һәм талантлы музыканттарыбыҙ ҡатнаша! Йәшлек дәрте, заман һулышы менән һуғарылған тамашанан ситтә ҡалмағыҙ, ҡәҙерле дуҫтар!